"Танылмаған геройҙарыбыҙҙы танытырға, асыҡларға, хөрмәт күрһәтергә кәрәк"

Өфөлә Еңеү байрамына арналған төп байрам байрам саралары тамамланғас, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистар менән аралашты һәм бөгөнгө сараларға ҡарата фекерҙәрен белдерҙе.

"Беҙ Еңеүҙең 75 йыллығын күптән көттөк. Ил Президенты Владимир Путин йылды Хәтер һәм Дан йылы тип иғлан иткәйне. Үкенескә күрә, был байрамды ошондай форматта ғына үткәрәбеҙ. Әммә беҙ – үҙ һүҙле, Еңеү парадын да, “Үлемһеҙ полк” акцияһын да барыбер ойошторасаҡбыҙ!
Бөгөн милли геройыбыҙҙың "Алтын Йондоҙ"он ҡулымда тотоп, музейға алып барған сағым ғүмеремдәге иң мөһим ваҡиғаларҙың береһе булғандыр. Минең генерал Шайморатов шәхесенә айырым мөнәсәбәтем бар, уның яҙмышы һәр саҡ ҡыҙыҡһындырҙы. Геройыбыҙ фажиғәле һәм сағыу тормош юлы үткән.
Мин үҙем өсөн иң тәүҙә ике мөһим бурыс булдырҙым. Беренсенән, яҡташыбыҙға Рәсәй Геройы исемен биреү өсөн бар көсөмдө һалырға. Быға беҙ бар республика халҡы менән бергә өлгәштек. Уны һәр кем бик теләй ине. Рәсәй Президентына рәхмәтлебеҙ. Икенсенән, мин генералдың кәүҙәһен алып ҡайтып, тыуған еренә ерләргә уйлағайным. Тик Луганск Халыҡ Республикаһына барып, урындағы халыҡ менән аралашҡас, бының мөмкин түгеллеген аңланым. Миңлеғәле Шайморатов туғандар ҡәберлегендә ерләнгән, шуға уның кәүҙәһенә тейергә ярамай. Тимәк, беҙ үҙебеҙ шунда йөрөйәсәкбеҙ, хөрмәт һәм ихтирамыбыҙҙы күрһәтәсәкбеҙ. Еңеү көнөнән алып 75 йыл үтте. Архивтарҙың бер өлөшөнән серҙе ала башланылар. Беҙҙекендә лә күп кенә документтар бар. Мин Миңлеғәле Шайморатовтың папкаһын алып, уны уҡыным. Нисек һәләк булған, шаһиттар күрһәтмәләре, кәүҙәһен эксгумациялау нисек үткән һ.б.– бөтәһе тураһында ла мәғлүмәт алдым. Үҙем өсөн был тарихты ябырға булдым. Ул шунда ерләнгән. Минеңсә, был тарихты ябырға кәрәк. Рухы тыныс булһын. Беҙ уның янына барып китеп кенә йөрөйәсәкбеҙ. Әммә әлегә маҡсат икенсерәк. Беҙҙә әле һаман хәбәрһеҙ юғалған кешеләр бар, танылған геройҙарыбыҙ байтаҡ. Уларҙың яҙмышын асыҡларға, танытырға, хөрмәт күрһәтергә кәрәк. Көсөмдө ошо эшкә йүнәлтәсәкмен”.

Фото: Башинформ
Читайте нас