Киләһе аҙнанан республика территорияһында һауа торошоноң үҙгәреүе көтөлә. Синоптиктарҙың мәғлүмәте буйынса, иртәгәнән башлап көндәр һыуына башлаясаҡ. Иртәгә урыны менән ямғыр яуыуы ла ихтимал, һауа температураһы Өфөлә +20 градустан артыҡ күтәрелмәйәсәк. Сағыштырыу өсөн, бөгөн +28 градусҡа тиклем күтәрелгәйне.