Ҡаһармандар Ғәйзулла Әблүзин, Валентин Потапов һәм Хажиғәли Рыҫмөхәмәтовты йорттары янында "Хәрби туғанлыҡ" Бөтә Рәсәй ветерандар йәмәғәт ойошмаһының Баймаҡ бүлексәһе парадта тәбрикләне. Бер юлы уларға БР Башлығы Радий Хәбиров исеменән ҡотлау телеграммалары тапшырылды һәм аҙыҡ-түлек йыйылмалары бирелде".