Был мәсьәлә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа тикшерелде. Республика парламенты рәйесе Константин Толкачев хәбәр итеүенсә, күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәрҙән бик күп ялыу килә. Шуға ла Башҡортостанда “тынлыҡ сәғәте” законлаштырылыуы ихтимал.
Теүәл генә әйткәндә, депутаттар был ваҡытты шау-шыулы ремонт эштәрен башҡарыуҙы тыйырға йыйына. Закон ҡабул ителә ҡалһа, тынлыҡты боҙоусыларға мең һумдан алып 15 мең һумға тиклем штраф янай.
Сикләүҙәр ғәҙәттән тыш хәлдәргә йәки кисектергеһеҙ эштәргә генә ҡағылмаясаҡ.