БР Һанлы үҫеш министрлығында Башҡортостан Республикаһының Үлемһеҙ полкы сайты:
https://polk02.ru эшләй башланы. Унда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан атай- олатайҙарығыҙҙың, туғандарығыҙҙың фотоһүрәтен һалырға һәм уның тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт( исем-фамилияһын, званиеһын, йәшәгән йылын, наградаларын) яҙырға кәрәк. Яугирҙәрҙең фотолары телевидениенан һәм урамдарҙа медиаэкрандарҙан күрһәтеләсәк.