Был ҡара- ҡыҙғылт һары төҫтәге таҫма беҙҙең илдең төп байрамы Бөйөк Еңеү атрибуттарынан һанала. Йыл һайын байрам алдынан уны таратыу маҡсатында “Мин иҫләйем, мин ғорурланам” акцияһы үтә. 8 – 9 майҙа Өфөлә ирекмәндәр халыҡ күп булған туҡталыштарҙа Георгий таҫмаларын тарата. Барлыҡ “Пятерочка” магазиндарында ла бушлай бирәсәктәр.