Өфө ҡалаһының Орджоникидзе район судында эшләүсе ике судья коронавирус йоғошло ауырыуына шик менән дауаханаға оҙатылған. Был хаҡта “Коммерсант-Өфө” баҫмаһы хәбәр итә.
Сирлеләрҙең береһе – судтың председателе Илшат Сәлимгәрәев, икенсеһе – судья – Рәмил Ҡарипов. Был хәлдән һуң иртәгә судтың бинаһында дезинфекция үткәрәсәктәр. Шулай уҡ судта эшләүсе барлыҡ кешеләрҙән коронавирусҡа анализ алынасаҡ.
Баҫма хәбәр итеүенсә, судта етмеш кеше эшләй, уларҙың егермеһе – судьялар.