"Гәлсәр һандуғас" йыр конкурсы лауреаты Урал Ибәтуллинды хәтерләйһегеҙме? Йырсы бәрхәт тауышы менән бик күптәрҙең күңел түрен яулағайны.
Нефтсе булараҡ, һөнәре буйынса эшкә урынлашып, бөгөн ул сит төбәктә йәшәй. Хәләл ефете менән ("Гәлсәр һандуғас" тапшырыуының алып барыусыһы булған Айгөл Мәҡсүтова исемле ҡыҙҙы ла иҫләйһегеҙҙер), ике бала үҫтерәләр.
Уралдың эстраданан ситләшеүен уның ижадын һөйөүселәр ауыр кисерҙе. Тап улар өсөн ҡыуаныслы яңылыҡ бар: һөйөнсө, Урал ҡабаттан йырлай башлаған!
Күптән түгел уның "Үтә ҡыҫҡа ғүмер" тип аталған (Р. Кашапова һүҙҙәре һәм көйө, М. Ҡаһиров аранжировкаһы) йырын социаль селтәрҙәрҙә бик йылы ҡабул иттеләр. Яҙылыусылар, "Һеҙҙең тауыш йәшлегемде иҫкә төшөрҙө", "Һинең йырлауыңды һағындыҡ", "Артабан да дауам ит" тигән һәм башҡа фекерҙәр менән йырсыға рәхмәт белдерә.