Петиция Марат Бәшәровтың ҡатындарын туҡмауы, бының өсөн ирҙең бер ниндәй яуаплылыҡҡа тарттырылмауы хаҡында, унда 6 меңдән ашыу кеше ҡул ҡуйған.
Йәмәғәтселек уны Татарстандың атҡаҙанған артисы исеменән һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһынан мәхрүм итеүҙәрен талап итә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2014 йылда Марат ул саҡтағы ҡатыны Екатерина Архарованы "кома хәленә еткергәнсе туҡмаған", бер йылдан пар айырылышты. Сираттағы ҡатыны Елизавета Шевыркованы 2018 йылда "танау һөйәген һындырғансы" туҡмаған. Ғаилә 2019 йылда тарҡалды.
Марат, петицияны ойоштороусыларға, был исемдәрҙе миңә һеҙ бирмәнегеҙ, кем биргән шулар мәхрүм итһен, тип яуап ҡайтарған.
Әйткәндәй, артист НТВ каналында барған "Секрет на миллион" тапшырыуында ҡатындарын туҡмауын танды. Тағы ла эскелектән яфаланыуын, үҙ атаһы тәрбиәләмәүен асыҡтан-асыҡ һөйләне. Ғүмерендә бер тапҡыр ғына күргән атаһы Әлимйәндең студияға килеп инеүе артист өсөн көтөлмәгән хәл булды. ДНК-тест уларҙың аталы-уллы булыуын иҫбатланы. Баҡһаң, ҡасандыр Мараттың әсәһе, ауырға ҡалғас, Әлимйәндең ғаиләһен боҙорға теләмәгән һәм икенсе кешегә кейәүгә сыҡҡан булған.