Санкт-Петербург ҡалаһының Бесән майҙанында көпә-көндөҙ ике ирҙең мангал ҡороп шешлек ҡурыуы, бейеүе, күңел асыуы тураһында видеояҙма 3 май таралғайны.
Полиция үҙизоляция режимын боҙоусыларҙы асыҡлаған, улар Нижегородка өлкәһендә теркәлгән Далгат Раджи һәм Алексей Ушаков булып сыҡҡан.
Ирҙәр тәүҙә ваҡ хулиганлыҡ буйынса ғәйепләнһә, суд "Ғәҙәттән тыш хәлдә йәки уның тыуыу хәүефе мәлендә ҡағиҙәләрҙе күҙәтмәү" статьяһына үҙгәрткән һәм хоҡуҡ боҙоусыларға 25-шәр мең һум штраф һалған. Ирҙәр ғәйебен таныған һәм полиция хеҙмәткәрҙәренән ғәфү үтенгән.