Федоровка районының Федоровка ауылында балалар ҡатнашылығында транспорт аварияһы теркәлгән. Республиканың ЮХХДИ мәғлүмәте буйынса, ун ике йәшлек ҡыҙ скутерға руле артына ултырған. Әммә руль менән идара итеүҙе юғалтып, биш йәшлек велосипедсы малайҙы бәрҙерә.
Инспекторҙарҙың һүҙҙәре буйынса, скутерҙың документтары ла, ҡыҙҙың транспортты йөрөтөүгә хоҡуғы ла булмауы асыҡлана. Әлеге ваҡытта транспорт хужаларынан тартып алынған.
Авария барышында ике бала ла тән йәрәхәттәре ала. Ҡыҙҙы был ваҡиғанан һуң полицияла иҫәпкә ҡуйыуҙары ихтимал. Бынан тыш, уның ата-әсәһе административ штраф түләргә мәжбүр буласаҡ.
Фото: ЮХХДИ