Сулпан Хаматова Ҡазандың Йәш тамашасылар театры сәхнәһендә ҡуйылған спектаклдә Роза Хәйруллинаның оҫта итеп уйнауын күрә. Ошонан һуң Хаматова ла актерлыҡ һөнәрен үҙләштерә, ә яңыраҡ Хәйруллина менән бергә “Зөләйха күҙҙәрен аса” сериалын төшөрөүҙә ҡатнашалар.
Роза Хәйруллина 1961 йылда донъяға килә. Буласаҡ актриса өсөнсө кластан театр студияһына йөрөй, бала сағынан уҡ актриса булырға хыяллана. Мәктәпте тамамлағандан һуң Ҡазан театр училищеһына уҡырға инә. Һуңынан белем алыуын Ҡазан театр институтында дауам итә.
Юғары уҡыу йортон тамамлағас, йәш белгес бер юлы биш театрҙан эшкә саҡырыу ала. Ул Ҡазан Йәш тамашасы театрын һайлай. Театрҙа эшләгән осоронда төп ролдәрҙең береһен уйнап, дәрәжәле дәүләт премияһына лайыҡ була.
Театрҙан киткәндән һуң Роза Хәйруллина бер йылға яҡын Голландияла йәшәй, Рәсәйгә ҡайтҡас - Һамар һәм Силәбе театрҙарында, аҙаҡ Мәскәүҙең Табаков театр-студияһында эшләй.