+24: Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусоларҙың һаны кәмей башлаған

Шулай ҙа тынысланырға әле иртәрәк.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, һуңғы тәүлек эсендә республикала яңы коронавирус инфекцияһын йоҡтороусыларҙың һаны егерме дүрт кешегә артҡан. Шулай итеп, бөгөнгө көндә Башҡортостанда барлығы 1160 кешенең сирләүе рәсми раҫланған. Һауығысыларҙың дөйөм һаны – 289, шул иҫәптән, утыҙ кеше һуңғы тәүлек эсендә һауыҡҡан. Сирҙән вафат булыусылар һаны элеккесә – ун дүрт.
440 кеше дауахана шарттарында дауалана. Уларҙың 34-нең хәле ауыр.
Рәсәй кимәлендә ҡарағанда, тәүлек эсендә сирлеләр һаны 10 559 кешегә артҡан. Уларҙың ҡырҡ проценты сирлеләр менән бәйләнештә булып коронавирусты йоҡторған. Үкенескә күрә, һуңғы тәүлек эсендә илдә 86 кеше вафат булған.

Фото: pixabay.com
Читайте нас