Зәйнәп Фәрхетдинованы танырлыҡ түгел

Йырсыға ни булған?


"Инстаграм" халҡы йырсының сәхифәһендәге видеоға аптыраған. Унда Зәйнәп ханым үҙҡурсалауҙа ятып, урамға саф һауа һуларға сыҡҡан мәлен төшөргән.
"Ҡояштан күләгәгә ҡасабыҙ, икенсе яҡтан көн бер аҙ ҡояшлы булһа, урамға тарта. Яҙын юл буйы һары сәскә, шул туҙғанаҡтың да матурлығы күңелде шатландыра бит! ... Сәстәремде туҙҙырып, мин дә бер туҙғанаҡ кеүек ҡояшта йылынып индем!" - тип яҙған йырсы.
Тик күптәргә йырсының яңы образы оҡшамаған. Был сәс менән 100 йәшлек әбей кеүек күренәһең, тигән бәғзеләр. Икенселәр, сәсе ниндәй булһа ла, беҙҙең Зәйнәп сибәр, тип яҡлашҡан.
Фото: "Инстаграм".
Читайте нас