9 майҙа “Алтын Йондоҙ” Шайморатовтың тыуған яғына ҡайтасаҡ

Рәсәй Геройы, легендар генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың “Алтын Йондоҙ” миҙалын, ниһайәт, республикаға мәңгелек һаҡлауға ҡайтарасаҡтар.

Республика хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров шатлыҡлы яңылыҡ менән бүлеште. Уның һүҙҙәре буйынса, Бөйөк Еңеүгә 75 йыл тулған көндә Мәскәүҙән легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовтың миҙалы тыуған яғына мәңгелеккә ҡайтасаҡ.
Радий Фәрит улы һүҙҙәре буйынса, был тарихи ваҡиға лайыҡлы һәм юғары кимәлдә билдәләнәсәк.
Хәтерегеҙҙәлер, Рәсәй башлығы Владимир Путиндың 30 мартта ҡул ҡуйылған указына ярашлы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа Бөйөк Ватан һуғышында ҡаһарманлыҡ күрһәткән өсөн үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелгәйне.

Фото: Республика башлығының рәсми сайтынан.
Читайте нас