Сайтыбыҙҙа - Бөйөк Ватан һуғышы тураһында башҡортса әҫәрҙәр

"Еңеү көнөнә белемебеҙҙе киңәйтәйек. Һеҙҙең иғтибарығыҙға — Бөйөк Ватан һуғышы хаҡында 13 китап тупланыҡ", - тип яҙғандар "Бәйләнештә"ге "Ҡоролтай" төркөмөндә.Сайтта: ⏬

▪Тайфур Сәғитов "Ҡаһармандар юлынан".
Яҙыусы Тайфур Сәғитов оҙаҡ йылдар буйы Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында дан ҡаҙанған Башҡорт кавалерия дивизияһының тарихын өйрәнде, яу үткән урындарға сәйәхәттәр яһаны. Был китап шул сәйәхәттәр һәм дивизия ветерандары, йәш әҙәрмәндәр — пионерҙар һәм уҡыусылар менән осрашыуҙар тәьҫирендә яҙылды.
Уҡырға: https://vk.com/doc-185644502_545946492
▪Мостай Кәрим "Беҙҙең өйҙөң йәме":
6 йәшлек Оксана Бөйөк Ватан һуғышында ғаиләһен юғалта һәм украина ауылынан башҡорт ауылына күсеп килә. Яңы мөхиткә өйрәнеп китеүе ҡыйын була, әммә Йәмил ағаһы уға ауырлыҡтарҙы үтергә ярҙам итә.
Уҡырға (онлайн): http://ebook.bashnl.ru/reader/bookView.html?params=UmVzb3VyY2UtNzkxMQ/0JzQvtGB0YLQsNC5INCa05nRgNC40LwgLSDQkdC10pnSmdC10qMg06nQudKZ06nSoyDQudOZ0LzQtQ
▪Мостай Кәрим “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”:
Автор был китаптың жанрын билдәләмәй — уны повесть тип тә,
роман тип тә атамай. Әҫәрҙә яҙыусы күргән ваҡиғаларға уның уйҙары,
кисерештәре ҡушылып-үрелеп бара. Көндәлек тормош, көнкүреш
хыял һәм тылсымлы күренештәр менән сиратлаша.
Уҡырға: https://vk.com/doc-185644502_545946562
▪Мостай Кәрим “Ярлыҡау”:
Был әҫәр – тормош менән бәхәс. Һуғыш законы ла үҙ хоҡуғын, кешелек тә бәхетле, мөхәббәтле, йәшәргә хоҡуҡлы булыуын яҡлау бәхәсе.
Уҡырға: http://ebook.bashnl.ru/reader/bookView.html?params=UmVzb3VyY2UtNzkzNA/Mi7QnC7QmtCw0YDQuNC8INCv0YDQu9GL0LrQsNGD
▪Әхтәм Ихсан "Саҡма тояҡ аттарҙа"
"Саҡма тояҡ аттарҙа" китабы — генерал М.М. Шайморатов атлыларының һуғышсан тарихының биттәре ул. Китапта халыктар дуҫлығы һәм төрлө милләт вәкилдәренең патриотизмы йәнле итеп күрһәтелгән.
Уҡырға: https://vk.com/doc-185644502_545946183
▪Ибраһим Абдуллин «Хуш, Рим»
Роман реаль хәл-ваҡиғаларға нигеҙләнеп яҙылған. Бер төркөм совет кешеләре Италия патриоттары менән фашизмгә ҡаршы батырҙарса көрәшеп, бөйөк Еңеү таңын яҡынайтыу өсөн ҡаты һынауҙар
аша үтә.
Уҡырға: https://vk.com/doc-185644502_545946274
▪Ибраһим Абдуллин «Тол ҡатындар иламай»
“Тол ҡатындар иламай” романының төп темаһы — совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышындағы героизмы
Уҡырға (йөкләү кәрәк): https://pl.b-ok.cc/book/3267930/a82320
▪Ибраһим Абдуллин «Ҡош юлынан барам»
Романда Башҡортостан егете Ҡыҙыл Армия командиры капитан Фәтиховтың Бөйөк Ватан һуғышы осоронда дошман тылында күрһәткән
батырлыҡтары һүрәтләнә.
Уҡырға: https://vk.com/doc-185644502_546069102
▪Әнүәр Бикчәнтаев «Нисә йәш һиңә, комиссар?», «Хушығыҙ, көмөш ямғырҙар»
РСФСР-ҙың атҡаҙанған культура работнигы, Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев һәм Ғ. Сәләм премиялары лауреаты Ә. Бикчәнтәевтең был томына балалар өсөн яҙылған ике повесы тупланды.
Уҡырға (онлайн): http://ebook.bashnl.ru/reader/bookView.html?params=UmVzb3VyY2UtOTE2Ng/05jQvdKv05nRgCDQkdC40LrRh9OZ0L3RgtOZ0LXQsiAtINCd0LjRgdOZINC505nRiCDSu9C40qPTmSwg0LrQvtC80LjRgdGB0LDRgA
▪Рамаҙан Өмөтбаев "Генерал Күсимов"
Советтар Союзы геройы, башҡорт совет хәрби һәм дәүләт эшмәкәре, генерал-майор Таһир Күсимовҡа бағышланған документаль повесть
Уҡырға: https://vk.com/doc-185644502_545946514
▪Талха Ғиниәтуллин “Талдар араһында”, "Туннель", “Бына һуғыш бөтөр ҙә” һ.б.
Башҡорт һәм рус прозаһының күренекле вәкиле Талха Ғиниәтуллиндың (Анатолий Генатуллин) китаптары үҙәгендә йыш — һуғыш, һуғыш ҡалдырған тән һәм йән яралары, шулай уҡ саф мөхәббәт тойғолары йөрөткән кеше яҙмыштары тора.
Уҡырға (“Талдар араһында”, "Туннель" һ.б. - онлайн): http://ebook.bashnl.ru/reader/bookView.html?params=UmVzb3VyY2UtMTIyMzQ/0KLQsNC70YXQsCDSktC40L3QuNOZ0YLRg9C70LvQuNC9INCi0LDRgyDQsNGA0YLRi9C90LTQsCDQvdC40pnQtdGAINCx0LDRgA
Уҡырға (“Бына һуғыш бөтөр ҙә” һ.б. - онлайн): http://ebook.bashnl.ru/reader/bookView.html?params=UmVzb3VyY2UtMTEyMjM/0KLQsNC70YXQsCDSktC40L3QuNOZ0YLRg9C70LvQuNC9IC0g0rrQuNC9INCw0qEg0qHQsNC50YvQvSDRj9C90YvQvdC00LAg0YLQvtGA0LAg0LjQvdC10qMuLi4
▪Сабир Ҡадиров "Уттар, һыуҙар аша"
Китапта 112-се Башҡорт атлы дивизияһының Бөйөк Ватан һуғышы осоронда үткән данлы юлы һүрәтләнә. Китаптың авторы С.Р.Ҡадиров ошо ҡаһарманлыҡ юлын дивизия менән бергә уҙған һуғыш ветераны .
Уҡырға: https://vk.com/doc-185644502_546069236
Фото: Т.Аманов
Читайте нас