Ят телефон номерынан шылтыратһалар - алмағыҙ! Бәләһенән баш-аяҡ... 

Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында йәшәүсе 49 йәшлек ирҙең 269 мең һум аҡсаһын муттар урлаған.

Уға "банк хеҙмәткәре" шылтыратып, аҡсағыҙҙы муттар урларға маташа, тип, "иҫәпте һаҡлар өсөн" карта номерын һәм өс һанлы CVC(CVV)-кодты әйтеүен һораған.
Кибер-муттарҙан һаҡланыр өсөн смартфонға ике ҡушымтаны ла ҡуйырға ҡушҡан шылтыратыусы әҙәм.
Уға ышанып, ир нисәмә йыл буйына вахтала эшләп йыйған хәләл аҡсаһынан яҙған.
Фото: ВК-нан.
Читайте нас