Волонтерҙар битлек тарата

Бөгөн Башҡортостанда #МаскаВПомощь акцияһы башланды. Ике көндә алты ҡала халҡына 50 мең медицина битлеге таратыласаҡ.Сайтта: ⏬

Волонтерҙар кешеләр күп йөрөгән урындарҙа - аҙыҡ-түлек магазиндарында, аптекаларҙа, АЗС-тарҙа торасаҡ.
Бөгөн ирекмәндәр Өфөнөң ете районында бишәр мең битлек таратты. Көн дауамында өсәр мең морондоҡ Стәрлетамак, Салауат, Ишембай, Мәләүез һәм Күмертауға ебәрелде. Уларҙы урындағы оператив штаб волонтерҙары иртәгә, төшкө сәғәт 1-гә тиклем таратасаҡ. Бер юлы 4-9 май арауығында Георгий таҫмалары ла биреләсәк.
Фото: Т.Аманов
Читайте нас