Мәктәптәрҙә уҡытыу ҡасан тамамланасаҡ?

Рәсәй Мәғариф министрлығы төбәктәргә мәктәптәрҙәге 2019/20 уҡыу йылын тамамлау ваҡыттарын тәҡдим итте.Тулыраҡ сайтта: ⏬

Сроктарҙы төбәктәрҙең мәғариф менән идара итеүсе етәкселәре менән кәңәшмә мәлендә РФ мәғариф министры Сергей Кравцов белдергән. Быны «Большая перемена» рәсми телеграм-каналы хәбәр итә.
Уҡыу йылын ҡасан тамамлау тураһында һәр төбәк үҙе ҡабул итә.
1-8 кластарға ваҡыт 15-16 май тиелгән.
10 класс өсөн 29-30 май билдәләнгән.
9 һәм 11 кластарҙы уҡытыу 5 июнгәсә барасаҡ.
Фото: Т.Аманов
Читайте нас