“Таҙалыҡ көндәре”

“Таҙалыҡ көнө” ауылдарҙа ла билдәләнгән. Уға ярашлы һәр аҙнаның бер көнөндә өмә ойошторола.

Урам, ихаталарҙы таҙартыу, тәртипкә килтереүҙә барыһы ла ҡатнаша. Ғафури районының Толпар ауылы халҡы ла аҙнаһына бер ауыл биләмәһен таҙартырға өмәгә сыға. Яңыраҡ үткән “Таҙалыҡ көнөн”дә лә йылға буйҙары, ауыл тирәһе, юл буйҙары сүп-сарҙан таҙартылды.
Башҡортостан башлығының указына ярашлы, республиканың төрлө төбәктәрендә быйылдан таҙалыҡ көндәре үткәрелә.
Фото: Толпаровский сельсовет төркөмөнән
Читайте нас