Юлдаш ауылында "Еңеү" аллеяһы барлыҡҡа килде.

Бер нисә йылдан шаулап үҫкән ағастар ауылға йәм бирер.

"Йәшел Башҡортостан" республика акцияһына ҡушылып, Ейәнсура районының Юлдаш ауылы халҡы ағас ултыртырға сыҡты. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата улар 75 төп миләш, йүкә, ҡайын ағасы ултыртты. Шул уҡ көндө улар кәртәләп ҡуйылды.
Карантин мәле булыуға ҡарамаҫтан, изге эшкә халыҡ дәррәү ҡушылды.
Читайте нас