Ул баш ауыртыуын баҫа, тынды сафландыра.
Ауыр эш көнөнән һуң ҡәнәферле сәй нервыларҙы тынысландырып, уй-фекерҙәрҙе тәртипкә килтерергә булышлыҡ итә.
Һыйлы өҫтәлдән һуң аш эшкәртеүҙе яйға һалып, ашҡаҙан тирәһендәге ауыртыуҙы, эс ташыу, эс ҡабарыу кеүек тойғоларҙы баҫырға ярҙам итә.
Иммун системаһының һаҡлау көсөн арттыра һәм һыуыҡта оҙаҡ йөрөгәндән һуң йылынырға ярҙам итә. Аяҡтарығыҙ һыуланһа, өшөһәгеҙ, һалҡын тейҙерһәгеҙ, ОРВИ, киҙеү менән ауырыһағыҙ, сәйгә имбирь ҡушып эсегеҙ.
Ҡандағы шәкәр кимәлен нормаға килтерә. Шуға күрә уны сәйгә лә, ҡатыҡҡа ла ҡушып эсергә тәҡдим итәләр.
Нервыларҙы тынысландырыу, стресты баҫыу үҙенсәлегенә эйә. Йоҡоһоҙлоҡтан интегеүселәргә йоҡлап китергә һәм яңы көс менән уянырға ярҙам итә.
Ваниль, дәрсен, имбирь, ҡәнәфер һәм кейәү үләнендә андиоксиданттар кимәле бәшмәктәргә, йәшелсәләргә һәм емеш-еләктәргә ҡарағанда ла юғарыраҡ. Ә емеш-еләк ҡушылған сәйҙәр ундай шифалы үҙенсәлектәре менән маҡтана алмай. Мәҫәлән, лимонда С витамины күп, әммә эҫе һыуға төшкәс, ул шифалы үҙенсәлеген юғалта.