Октябрьский ҡалаһында пенсионер ҡатын 225 мең һум аҡсаһынан яҙған

Әлеге лә баяғы ялған банк хеҙмәткәрҙәре тоҙағына ҡапҡан ул...

Уға "банк хәүефһеҙлеге хеҙмәткәре" шылтыратып, кредит картаһынан муттар аҡсағыҙҙы урларға маташа, мин әйткән карта номерына күсерә һалығыҙ, тигәс, ҡатын уның әйткәндәрен үтәргә ашыҡҡан.
225 мең һумға яҡын аҡсаһын "банк хеҙмәткәре" әйткән картаға күсергәс, шылтыратыусы, ике аҙнанан финанс ойошмаға барып, яңы карта алырһығыҙ, тигән әле ул.
Ҡатын алданғанын бик һуң аңлаған. Әлбиттә, полицияға мөрәжәғәт иткән.
Был факт буйынса енәйәт эше асылған.
Фото: ВК-нан.
Читайте нас