Архив документтары, фотолар менән тулыландырылған баҫма тыуған яҡ, ғаилә тарихы, ата-бабаларының данлы үткәне менән ҡыҙыҡһыныусыларға тәғәйенләнгән.
Тупланған материалдар буйынса, Бөйөк Ватан һуғышында Йөйәк ауылынан алтмыш һигеҙ кеше ҡатнашҡаны билдәле. Шуларҙан һуғыш яландарында батырҙарса һәләк булған, яраларҙан үлгәндәре егерме һигеҙ кеше иҫәпләнә, тыл батырҙарының исемлеккә ингәндәре генә әлегә туҡһандан ашыу. Уҡыусы был китап менән танышҡас, бер бәләкәй генә башҡорт ауылының Еңеүҙе яҡынайтыуға ниндәй өлөш индереүен, ҡаһарманлыҡ, фиҙаҡәрлек күрһәткәнен генә түгел, ниндәй ауырлыҡтарға, ыҙаларға дусар булыуын да белер.