Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Апреля 2020, 21:35

Түләүҙәр билдәләнде

БР Башлығы Радий Хәбиров социаль хеҙмәтләндереү, граждандар тәүлек әйләнәһенә көн күргән мәғариф учреждениеларының, шулай уҡ Республика махсуслаштырылған бала йортоноң айырым хеҙмәткәрҙәренә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе билдәләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Документҡа ярашлы, был аҡса карантин йәки автономиялы эш тәртибе (изоляция) шарттарындағы социаль учреждениела 14 көн дауамында эшен дауам иткән хеҙмәткәрҙәргә түләнә.
11 апрелдән БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы дәүләт социаль хеҙмәтләндереү учреждениеларында, 20 апрелдән БР Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағындағы уҡыусылар тәүлек әйләнәһенә йәшәгән дәүләт учреждениеларында, 21 апрелдән БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағындағы Республика махсуслаштырылған балалар йортонда эшләгәндәргә бирелә.
Административ-идара итеү персоналы һәм социаль, белем биреү, медицина хеҙмәте күрһәткән хеҙмәткәрҙәр – 15-әр мең һум, хеҙмәт күрһәтеү өсөн шарттар тыуҙырған хеҙмәткәрҙәр бишәр мең һум ала. Социаль учреждениела коронавирус сире йоҡтороу осраҡтары булһа, бөтә хеҙмәткәрҙәргә лә 25-әр мең һум түләнә.
Читайте нас