Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Апреля 2020, 15:40

Пиондары нисек тәрбиәләргә?

Пиондарҙы ашламалар менән бер нисә этапта туҡландыралар һәм төрлө сирҙәре булмаһын өсөн иртә яҙҙан марганцовка эретмәһе менән эшкәртәләр.

1-се этап – тәүге япраҡтары күренеү менән соҡорға аммиак селитраһы эретмәһе һибәләр (10 литр һыуға 15 г).

2,3- се этап – сәскәгә бөрөләнгән ваҡытта һәм сәскә атҡанда 7-8 г аммиак селитраһы, 5-6 г калийлы тоҙ һәм 10-12 г суперфосфат менән туҡландыралар.

4-се этапта сәскә атып бер аҙ ваҡыт үткәс, тағы ошо ашламаларҙы һалалар.

Шуныһын да онотмағыҙ: ҡояшлы көндәрҙә пиондарға аҙнаһына ике тапҡыр мул итеп һыу һибегеҙ.

Фото:gmsemena.ru

Читайте нас