Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Апреля 2020, 10:00

Әмзәләр "пожарка"лы булды

Бөгөн, Рәсәйҙең Янғын һағы көнөндә, БР хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов Нефтекаманың Әмзә ҡасабаһы янғын һүндереү часына баҫҡыслы һәм цистерналы "Урал" машинаһын тапшырҙы.Сайтта:

Был техниканың хаҡы 18 млн һум. Уны Башҡортостан бюджеты иҫәбенә "2030 йылға тиклем республика биләмәһендә янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу көстәрен үҫтереү стратегияһы" үтәлеше буйынса һатып алғандар.
"Урал" менән бейеклеге 24 метрға еткән биналарҙа ут һүндереү һәм ҡотҡарыу эштәре башҡарырға мөмкин.
БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, 2019 йылда Белорет районының Үрге Әүжән ауылында яңы янғын һүндереү депоһы асылған. Кушнарен районы үҙәгендә лә шундай депо барлыҡҡа килгән. Бынан тыш, төбәктең төньяҡ-көнсығышында яңы ҡотҡарыу үҙәге һәм штатында 43 кеше булған Республика янғындарҙы иҫкәртеү үҙәге булдырылған.
Быйыл Ғафури районының Красноусол ауылында депо проектлау тамамланған. Нефтекама янындағы Әмзә ҡасабаһында, Ишембай районының Һайран ауылында депо проектлау башланған.
Быйыл республика бюджеты ярҙамында алты АЦ һәм ДПД-лар өсөн 30 тағылма һатып алынасаҡ.
Фото: Т.Аманов
Читайте нас