Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Апреля 2020, 06:15

Милли проект: Ҡалаларыбыҙ матурлана

Бәләбәй ҡалаһын тиҙҙән танымай ҙа торорһоғоҙ әле. Унда йырсы шишмәләр паркында бик матур ял урындары барлыҡҡа киләсәк.

Проектҡа ярашлы, быуа ярында ағас эскәмйәләр ҡуйылған пляж була. Бында йәйен һыу инһәләр, башҡа ваҡытта былай ғына ял итеп ултырырға ла мөмкин.

Пляжға нимә кәрәк, барыһы ла буласаҡ. Юл-һуҡмаҡтар ҙа яңыртыла. Велосипед трассалары барлыҡҡа килә. Яҡтыртыу ҡорамалдары ла алмаштырыла.

Әле эштәр башланған.

2021 йылда Иҫке үҙәк реконструкцияланһа, 2022 йылда Мәҙәниәт һарайы алды йүнәтеләсәк, 2023 һәм 2024 йылдарҙа Ленин майҙаны менән Ҡыҙыл урамы яңыртыла.

Беләһегеҙ, Рәсәйҙә “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты ғәмәлгә ашырыла.

Фото: vk.com.

Читайте нас