34 йәшлек Ан, 2018 йылда бер тапҡыр спорттан китеп ҡарағайны, әммә бер йылдан һуң ҡабат ҡайтып, быйыл Рәсәйҙә булырға тейеш булған шорт-трек буйынса донъя чемпионатында ҡатнашырға тейеш ине. Тик көтмәгәндә донъяны солғап алған коронавирус инфекцияһы арҡаһында, хыялы тормошҡа ашманы. Шуға ҡарамаҫтан, билдәле спортсы, алты тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы, күп тапҡыр донъя һәм Европа беренселеге еңеүсеһе булып, үҙ төрөндә онотолмаҫлыҡ яҡты, матур эҙ ҡалдырҙы.