«Быйыл хоккейсыларҙың эш хаҡы бер аҙнаға һуңланы. Беҙ уларға ул турала белдерҙек. Хәҙер түләү буйынса бурыстар тулыһынса үтәлде. Киләсәктә ауырлыҡтар булмаясаҡ тип уйлайым, сөнки Хөкүмәтебеҙ, беҙҙе элек-электән ҡурсаланы һәм ҡурсалаясаҡ. Беҙҙе халыҡ та ярата. Ғөмүмән, Республикала хоккей булыр тип ышанғы килә.
Составҡа килгәндә, барыһы ла һәйбәт булыр. Команда менеджменты Василий Чижов уның өҫтөндә көнө-төнө буйы эшләй», тип белдерҙе.