Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Апреля 2020, 06:40

Дубайҙан һәм Гоанан туристар ҡайтты

Бөгөн иртәнсәк Гоанан Өфөгә 162 кеше осоп килде, уларҙың 37-һе Башҡортостандыҡы. Бының турала "Өфө" халыҡ-ара аэропортынан хәбәр иттеләр. Самолеттар осоп килгәс тә, Роспотребнадзорҙың БР буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре пассажирҙарҙың тән температураһын үлсәне. Артабан туристар паспорт һәм таможня тикшереүен үтте. Уларға БР хөкүмәте тарафынан ашау-эсеү ойошторолдо. Кисә, 26 апрелдә, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән дә кешеләр ҡайтты. Дубай-Өфө рейсының 34 пассадиры һәм Гоа-Өфө йүнәлешенең 56 пассажирын Йоматау санаторийына ике аҙналыҡ карантинға ебәрҙеләр.

ОАЭ-нан ҡайтҡан 50 турист Екатеринбургҡа, 51 кеше Түбәнге Новгородҡа осто. Ырымбур, Һамар, Түбәнге Новгород өлкәләре, Татарстан, Удмуртия, Сыуашстан һәм Пермь крайыныҡылар автобустарҙа ҡайтып китте.

Фото: "Өфө" халыҡ-ара аэропорты
Читайте нас