Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Апреля 2020, 13:10

«Салауат Юлаев» һаҡсыларһыҙ ҡалды...

Ошо арала «Салауат Юлаев» командаһы менән килешеүе тамамланып килгән һаҡсы Михаил Пашининды, Магнитогорс клубы йәлеп итмәксе булған.

«Металлург» командаһы етәкселеге уға юлаевсылар тәҡдименән күберәк аҡса һоноп ылыҡтырмаҡсы. Әгәр уларҙың тәҡдимен ҡабул итһә, ул 10 миллион һумға күбәрәк аласаҡ.
Пашнин һаҡсы булараҡ, КХЛ-да иң көслөләоҙән һанала. Уҙған миҙгелдә ул, өфөләр өсөн 54 осрашыу уҙғарып, ике гол индерә һәм унында уға булышлыҡ итә.
Шулай итеп, әгәр Пашнин да «Салауат Юлаев»тан китһә, беҙҙекеләр бөтөнләй тиерлек һаҡсыларһыҙ ҡаласаҡ.
фото:ХКСалават Юлаев
Читайте нас