Көслө ел Әлшәй районының Ыҫлаҡ ауылындағы мәктәп бинаһының ҡыйығын осора. Зыян күреү майҙаны – 100 кв.м.
Ҡалтасы районында “Родничок” балалар баҡсаһында ла шул уҡ хәл, зыян – 700 кв.м тәшкил итә.
Нефтекама ҡалаһындағы Пенсия фонды бинаһының да ҡыйығы елгә сыҙамай, зыян – 128 кв.м.
Улар бөтәһе лә Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы күҙтеүе аҫтына алынған.
Фото: БашДТП/Уфа Башкортостан