Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Апрель 2020, 16:38

Экологик конкурс иғлан ителгән

"Йәшел Башҡортостан" акцияһы сиктәрендә Борай районында экологик конкурс иғлан ителгән.


Конкурс 20 апрелдән алып 20 майға тиклем дауам итәсәк.
Ҡатнашыусылар (айырым кешеләр, ғаиләләр) йорт тирәләй, шәхси хужалыҡ биләмәһендә ағастар, ҡыуаҡтар ултыртып, шуны фотоға төшөрөп, район хакимиәтенең сәхифәһенә урынлаштырырға тейеш.
Конкурсҡа йомғаҡ 31 май көнө яһаласаҡ. Еңеүселәрҙе ҡиммәтле бүләктәр көтә.
Был матур башланғысты башҡа райондарҙа ла күтәреп алһалар ине!
Фото: ВК-нан.
Читайте нас