Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Апреля 2020, 19:49

65 йәштән өлкәнерәк пенсионерҙарға күстәнәс

Йәл, барыһына ла түгел шул, ә кемдең пенсияһы бик бәләкәй - 8645 һум.

Был ярҙам Бөтә Рәсәй халыҡ фронтынан "Беҙ бергә" акцияһы сиктәрендә күрһәтелә.
Учалы районына 873 аҙыҡ-түлек йыйылмаһы килгән. Һәр пакетта ярмалар, көнбағыш майы, сәй, печенье, шәкәр, консервалар.
Учалы ҡалаһында пакеттарҙы ирекмәндәр тарата. Улар, әлбиттә, инструктаж үтеп, инфекцияға юл ҡуймаҫ өсөн бөтә хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтәй.
Ике көн эсендә ҡалала 186 кеше күстәнәстәрҙе аласаҡ.
Фото: ВК-нан.
Читайте нас