Бөгөн пенсия алырға тейешле граждандандарҙың 70 процентының ғаризаһы электрон форматта алынған. Әгәр ҙә кешенең электрон форматта ғариза ебәрергә мөмкинлеге юҡ икән, РФ Пенсия фонды белгестәре уға телефондан шылтырата, пенсия билдәләү өсөн ризалыҡ ала. Шунан һуң уны рәсмиләштереү эшен башлай. Инвалидлыҡ буйынса барлыҡ пенсиялар һәм ҡайһы бер социаль түләүҙәр инвалидтарҙың федераль реестры мәғлүмәттәренә нигеҙләнеп билдәләнә.
РФ Пенсия фонды белгестәре бер ҡасан да шәхси мәғлүмәттәрҙе, СНИЛС, банк картаһы номерын йәки пин-кодты, шулай уҡ шәхси кабинетҡа инеү паролен һорамауҙарын иҫкәртә.