

Шул туғыҙ вакцинаның алтауһы «Вектор» дәүләт вирусология һәм биотехнология ғилми үҙәгендә, икәүһе «Биокад» компанияһында уйлап табылған. Тағы берәүһе тураһында әлегә теүәл мәғлүмәт юҡ. Шулай ҙа уларҙың өмөтлөләр исемлегендә булыуы күңелде бер аҙ тынысландыра..
Бөгөн донъяла COVID-19-ға ҡаршы 83 вакцина (дөрөҫөрәге, вакцинаға кандидат) бар. Шуларҙың 77-һе клиник тикшереүҙәр үтә, алтауһы кешеләрҙә һынала.
Тиҙерәк яҡшы һөҙөмтәләр алынһын да, был ҡурҡыныс осорҙо мәңгелеккә оҙатырға ине.
Фото:um.ru.