

Ә шундай маҡсаттар ҡуйылған:
* 2024 йылға Рәсәйҙә рөхсәтһеҙ барлыҡҡа килгән сүплектәр бөтөрөлөргә, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү буйынса заманса комплекстар төҙөлөргә тейеш. Бының буйынса эш республикала ла бара.
* Алдағы дүрт йылда Башҡортостанда түбәндәге хәүефле объекттар рекультивацияланасаҡ:
Стәрлетамаҡ районындағы “Михайловская”, “Семеновский” алтын сығарыу фабрикаһы биләмәһендәге, “Өфөхимпром”дың элекке шламонакопитель сәнәғәт сүплектәре.
* Башҡортостан һыу сифатын яҡшыртыу, эсәр һыу менән тәьмин итеү объекттарын модернизациялау һәм үҙгәртеп ҡороу өсөн 4,2 миллиард һум ала. 18 районда һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында 29 объект төҙөләсәк һәм ремонтланасаҡ.
* 2024 йылға тиклем урманды тергеҙеүгә ике миллиард һумдан ашыу аҡса бүленәсәк. Был суммаға махсус техника ла алына.
Фото: vk.com.