Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Апреля 2020, 06:55

Овечкин карьераһын 400 долларҙан башлаған

Донъяның билдәле хоккейсыһы Александр Овечкин яратҡан шөғөлөн 16 йәшенән башлап, «Динамо-2» клубында 400 доллар алып уйнаған.

Һуңынан төп командаға күскәс, зарплатаһын 1000 долларға еткергәндәр. Аҙаҡтан килешеү төҙөгәс, бонустары ла артҡан. НХЛ-ға киткәс тә, яңы уйынсы булараҡ, уның йыллыҡ килешеүе минималь, йәғни 800 мең доллар ғына булған. Һәм бына хәҙер 9,5 миллион доллар алып уйнай.
Овечкин Рәсәй йыйылма командаһы составында өс тапҡыр донъя беренселеге еңеүсе булһа ла, төп хыялы ‑ Олимпия уйындарының чемпионы булыу, тормошҡа ашмаған.
Фото:ТАСС
Читайте нас