Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Апреля 2020, 19:07

Республика дауаханаларына тағы ла 182 ИВЛ аппараты алына

Инфекция госпиталдәрен медицина ҡорамалдары менән тәьмин итеү өсөн Башҡортостанға федераль бюджеттан 2 млрд һум аҡса бүленгән.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был аҡсаға кислород менән тәьмин итеү системаһы үткәреләсәк, дауаханаларҙа коронавирус менән ауырыусыларға ярҙам күрһәтеү өсөн койка урындары яңынан йыһазландырыласаҡ, шулай уҡ шәхси һаҡланыу саралары һатып алынасаҡ.
Шулай уҡ 182 үпкәне яһалма тын алдырыу аппараты, 100 кислород концентраторы, 28 фибробронхоскоп, 51 күсмә рентген аппараты, 51 УЗИ, 22 стерилизатор, 35 ҡандың газын асыҡлаусы аппарат, пациенттар өсөн 223 монитор, 8 компьютер томографы һ.б кәрәкле медицина ҡорамалдары алынасаҡ.
Фото:Яндекс.
Читайте нас