

“Ҡыҙыу линия”ға шылтыратып, һөт продукцияһы алыу өсөн документация туплау, ризыҡтарҙы нисек һәм ҡасан алыу, таратыу пункттарының эш ваҡыты буйынса тулы консультация алырға мөмкин.
“Һөт кухнялары” беҙҙә 2019 йылда күпләп асыла башланы. Алты ҡалала (Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Нефтекама, Белорет, Сибай) етештереү цехтары бар. Бала имеҙгән әсәләргә, өс йәшкә тиклемге балаларға, ауырлы ҡатындарға бындай ярҙам ярап ҡала.
Республикала барлығы 97 таратыу пункты эшләй. Быйыл ризыҡ ассортиментын тағы ла арттырыу ҡаралғайны.
Бындай учреждениелар эшмәкәрлеге Рәсәйҙә ғәмәлгә ашырылған “Демография”, ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проекттары буйынса ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеүгә булышлыҡ итәсәк.
Фото: ”Башинформ”.