Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Апреля 2020, 09:55

Өфөнөң 4-cе балалар поликлиникаһына яңы ҡорамалдар алынды

Медицина учрежденияһы «Балалар һаулығын һаҡлауҙы үҫтереү» федераль программаһы сиктәрендә яңы ҡорамалдар һатып алды.

Медицина ҡорамалдары церебраль фалиж, нервы системаһы ауырыуҙарынан яфаланыусы 7 йәштән өлкән балаларға реабилитация курсы уҙғарыу өсөн тәғәйенләнгән.
Шулай уҡ поликлиникаға ультра тауышлы аппарат, спирометр, лор-комбайн алынған.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас