Нисегерәк булды һуң? Интернет мөмкинлектәре киң. “Яндекс.Карты”, ”Яндекс.Навигатор” сервисы аша ҡала хакимиәттәре, етәкселек ултырған йорттар тәңгәлендә билдәләр ҡуйып, фекер яҙып, бер урынға “тупланды” халыҡ. Уны күрмәйенсә аңлауы ла ҡыйын. Фотоны ҡараһағыҙ, әҙме-күпме күҙ алдына килер.
Яҙыуҙар шул бер темаға ине. “Балаларымды ашатығыҙ, һәм мин өйҙә ултырам”, ”Ғәҙәттән тыш хәл иғлан итегеҙ”, ”Самоизоляцияны туҡтатығыҙ” кеүек талаптар ҡуйылған.
Кремль быларҙың барыһын да белә. РФ Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков әйтеүенсә, етәкселек интернеттағы кәйефте күҙәтә. Тик, тигән секретарь, мин интернет-ресурстарҙа төрлө хештег берләштергән бындай күренеште митинг тип атай алмайым.
- Беҙ кешеләрҙең ризаһыҙлығын ярҙам саралары эшләгәндә иҫәпкә алабыҙ. Бер нәмә лә беҙҙең иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ. Һәр нәмә күҙәтелә, - тигән Песков әфәнде.
Фото: ТАСС (Мәскәүҙәге "митинг").