Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Апреля 2020, 19:28

Ауылда йәшәүсе ғаиләләргә торлаҡ сертификаты тапшырылды

“Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” республика программаһына ярашлы, Башҡортостанда 212 ғаиләгә торлаҡ сертификаты тапшырылды.

Уларҙың дөйөм суммаһы – 371 млн һум.
Мәҫәлән, Ҡырмыҫҡалы районында ете ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн аҡсалата ярҙам алды. Улар араһында крәҫтиән-фермер хужалығы хеҙмәткәрҙәре һәм етәкселәре, “Алатау” һәм “Синергия” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшселәре. БР ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн бүленгән сумма ғаилә ағзалары иҫәбенә ҡарап билдәләнә.
Фото:Башинформ.
Читайте нас