Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Апрель 2020, 08:05

Ҡабаҡтан ҡабымлыҡ

Ҡабаҡтан йәшел тәмләткестәр ҡушып, бик тәмле ҡабымлыҡ әҙерләргә була.

600 г ҡабаҡ, 2 йомортҡа, 5 аш ҡалағы он, тоҙ, бер баш һарымһаҡ, ҡара борос, 100 г майонез, укроп, көнбағыш майы кәрәк.
Ҡабаҡты эре ҡырғыстан үткәрегеҙ ҙә, ике йомортҡа туҡып, тоҙ, борос,һарымһаҡ, он һалып, болғатығыҙ. Ҡабаҡлы ҡамырҙан ҡоймаҡ ҡойоғоҙ. Майонезға ваҡ ҡына итеп туралған тәмләткестәр, иҙелгән һарымһаҡ һалып, соус эшләгеҙ . Һыуынған ҡоймаҡтар араһына ошо массаны һылап, ҡатлап теҙегеҙ. Ҡабаҡлы торттың өҫтөн йәшел тәмләткестәр, колбаса, сыр, тоҙло ҡыяр менән биҙәргә була.
Читайте нас