

Республика етәксеһе COVID-19 менән сирлеләр хаҡында мәғлүмәт бирҙе, дауаханаларҙы әҙерләү буйынса ла һөйләне. Беҙ 28 апрелгәсә 2690 урын булдырырға тейеш. Уларҙың 60 процентын кислород һәм 30 процентын ИВЛ аппараттары менән йыһазлау ҡаралған. Беләһегеҙ, Өфө янында яңы инфекция-диагностика дауаханаһы төҙөлә. Уны 25 майҙа асыу күҙаллана.
Владимир Путин, өҫтәлмә ярҙам кәрәкме, тип тә һораны. Радий Хәбиров белдереүенсә, үҙебеҙ ҙә йырып сыға аласаҡбыҙ. Тик шуныһы: социаль учреждениелар карантинға ябыла. Вирусҡа дусар булыу осраҡтары арта. Уның менән көрәшкә бик күптәр сыға.
- Вирус таралыу урындары беҙҙең эшләп еткермәүҙән, ҡарап еткермәүҙән, ваҡытында тикшермәүҙән барлыҡҡа килә, - тине Президент.
Фото: Кремлин.ру