1832 йылдың 20 апрелендә Петербург акушеры Андрей Вольф беренсе тапҡыр бала тапҡан ҡатынға иренең ҡанын ҡойған һәм шулай уның ғүмерен һаҡлап ҡала алған. Был хәл Рәсәйҙә донорлыҡтың тәүге башланғысы була. Вольф йәнә бер нисә тапҡыр ҡан күсерә. Хирургия профессоры Сергей Коломин иһә уның тәжрибәһен ҡабатлай.
Быйыл Милли донор көнө "Донор булып ҡал, ҡан тапшыр" тигән яҙыу аҫтында уҙа, ул бигерәк тә, пандемия ваҡытындағы үҙизоляция осоронда бөтөн Рәсәй буйынса актуаль булып ҡала. Табиптар әйтеүенсә, был көндәрҙә донорҙар әүҙемлеге кәмегән.
Донорҙар ҡаны элеккесә онкология диспансерында, кардиоүҙәктә, гематология бүлектәрендә, бала табыу йорттарындағы пациенттарға кәрәк.