Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Апреля 2020, 08:32

Заманса медицина ҡорамалдары менән байытылды

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Өфө ҡалаһының 5-се балалар поликлиникаһы Японияла етештерелгән электроэнцефалограф EEG-1200К аппаратына эйә булды.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, NeuroFax EEG-1200 аппараты— юғары эксперт калсындағы һанлы система. ЭЭГ-тест йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндә, ҡапыл аңды юғалтҡанда, йыш баш әйләнеүҙән, фекер буталғанда, баш йәрәхәтләнгәндә, мейе структураларындағы шештән, эпилепсия өйәнәктәренән һәм аңлайышһыҙ тән тартышыуҙан тәғәйенләнә.
Шулай уҡ поликлиника бинокуляр офтальмсокоп та алды. Был аппарат күҙ төбөн, күҙ нервыһы селтәренең, күҙҙең ҡан тамырҙары патологияларын тикшереү, шулай уҡ балаларҙа күҙ ауырыуҙарын асыҡлау өсөн ҡулланыла.
Фото:Яндекс.
Читайте нас