Билдәле булуынса, ул һауа һәм һыу тасылары аша йоға. Бынан тыш, вирустың теге йәки был әйбер аша ла кешегә күсеүе асыҡланған. Өҫтәүенә, бик теремек булып сыҡты ул, теге йәки был әйберҙә оҙаҡ ҡына йәшәү көсөн юғалтмай. Мәҫәлән, пластикта – 5 көн, ҡағыҙҙа – 4 – 5, быяла менән һәм ағаста – 4 көн , тимерҙә – 48 сәғәт, хирург бирсәткәһендә – 8 сәғәт, алюминийҙа 2 – 8 сәғәт һаҡлана, тиҙәр. Бына ни өсөн урамда йөрөгәндә инфекция эләктереү ҡурҡынысы арта. Вируслы кеше тотонған берәй әйбергә ҡағылып, үҙең дә һиҙмәҫтән ауырыу йоҡтороуың ихтимал.
Ошоға бәйле, өйҙә лә дезинфекция сараларын үткәреү зыян итмәй. Көнкүрештә ҡулланылған төрлө таҙартыу саралары ла микробтарҙы һәм бактерияларҙы зарарһыҙландырырға ярҙам итә. Айырыуса составында хлор булған препараттар вирустарға ҡаршы, шул иҫәптән коронавирусҡа ла һөҙөмтәлелеген раҫлаған. Ә иң ябай таҙартыу сараларынан белизнаны ҡулланырға мөмкин. Ул осһоҙ ҙа, шул уҡ ваҡытта бактерияларға һәм вирустарға ҡаршы көрәшеү үҙенсәлегенә эйә. Әлбиттә, уны һыу менән ҡушып ҡулланырға кәрәк, сөнки, берҙән, еҫе яман, икенсенән, үҙе лә көслө. Яҡынса 10 л һыуға 300 мл белизна ҡушып, шуның менән дезинфекция үткәрергә мөмкин.
Шулай уҡ аш һеркәһен дә файҙаланырға тәҡдим итәләр. Уның еҫе лә артыҡ көслө түгел, үҙе лә тиҙ генә тарала. Әммә бында ла уны дөрөҫ ҡулланыу мөһим. Ғәҙәттә, дезинфекция өсөн уның 3 – 10 процентлы иретмәһен ҡулланалар. Пластик шешәгә 100 г 9 процентлы аш һеркәһен һалып, шуны һиптереү өсөн ҡулланырға була. Уның менән иҙән дә йыуырға ярай. Ә инде 70 процентлы һеркәне, 1:7 нисбәтендә яҡшы ғына итеп, һыу менән аралаштырырға кәрәк. Йәғни 1 өлөш һеркәгә, ете өлөш һыу алына.
Өйҙө таҙартыу өсөн спирт та ҡулланыла. Ул микроб флораһына йоғонто яһап, аҡһымды үлтерә. Айырыуса 70 процентлы этил спирты яҡшы. Ә бына 96 процентлыһының әллә ни һөҙөмтәһе юҡ. Өйҙә дезинфекциялау өсөн спирт иретмәһен һиптергесе булған шешәгә һалып, төрлө урындарҙы эшкәртеп сығырға тәҡдим ителә. Әлбиттә, сепрәкте манып алып, һөртөп сығырға ла була. Тик бындай эштәр менән булғанда, ҡулығыҙға бирсәткә кейергә онотмағыҙ. Һуңынан уларҙы сисеп ҡуйығыҙ һәм кәрәк булғанда тик ошо маҡсатҡа ғына файҙаланығыҙ.
Әлбиттә, йортто дезинфекцияларҙан алда, еүеш сепрәк менән туҙанын һөртөп, иҙәндәрен йыуып алыу кәрәк. Ғөмүмән, өй эсен таҙа тотоу хәстәрен күреү зыян итмәҫ.