Башҡортостанда региональ операторҙар ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өлкәһендә инфрастурктураны үҫтереүҙе дауам итә. Туймазы районында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар полигонында сүп-сар сортировкалау комплексының каркасын төҙөү дауам итә. Был комплекс йылына 100 мең тонна ҡалдыҡты эшкәртеүгә иҫәпләнгән. Уны 2020 йылдың аҙағында файҙаланыуға тапшырырға планлаштыралар. Ул «Грохот» һәм «Шредер» тип аталған заманса системалар менән йыһазландырыласаҡ. Уның тәүгеһе ҡалдыҡтарҙан артабан файҙаланыуға яраҡлы булған 30 процентын ғына айырып алырға, икенсеһе ҙур күләмдәге ҡалдыҡтарҙы ваҡларға мөмкинлек бирә.
Дәүләкән районында ла йылына 40 мең тонна коммуналь ҡалдыҡты эшкәртеүсе комплекс төҙөлә. Әлеге ваҡытта уның урыны билдәләнгән, проект-смета документтары әҙерләнә.
Бәләбәй районындағы комплекс шулай уҡ йылына 100 мең тонна ҡалдыҡты эшкәртеүгә иҫәпләнә. Бында комплекс урынлашасаҡ ер участкаһын теркәү эштәре башланған.